РӘХМӘТУЛЛИНА Ирина Робинзон ҡыҙы (8.3.1970, ТАССР‑ҙың Ҡыҙылъяр ҡсб), онколог. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Сода” ААЙ‑ның (Стәрлетамаҡ ҡ.) мед.‑санитария бүлегендә эшләй. 1999 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге онкогинекология проблемалары, ракты иҫкәртеү, түллек биҙҙәре, балаятҡы муйынтығы, һөт биҙе, ашҡаҙан аҫты биҙе, ашҡаҙандың шеш ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу, онкологияла прогнозлау факторҙарын, БР халҡының яман шештәрҙән ауырыу һәм үлеү сәбәптәрен өйрәнеү м‑н бәйле. Р. ҡатнашлығында, шеш патологияһы б‑са хәүеф янаған төркөмдәрҙе асыҡлау өсөн скрининг тикшереү ысулдары, РФ‑та юғары проф. (мед.) белем биреүҙе мәғлүмәтләштереүҙең фәнни‑техник нигеҙҙәре эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009).

Х е ҙ м.: Предпосылки и пути совершенствования онкологической помощи (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2013 (авторҙ.); Рак желудка. Уфа, 2014 (авторҙ.); Рак молочной железы: руководство для врачей. М., 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке