РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы (20.2.1936, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ҡужабаҡ а. — 19.7.1998, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Туймазы р‑ны Күҙәй участка дауаханаһының баш табибы. 1966 й. алып БДМИ‑ла (1993 й. башлап урология һәм эндокринология курстары м‑н стоматология һәм педиатрия ф‑ттарының хирургия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге респ. эндемик боғаҡ һәм ҡалҡан биҙенең башҡа ауырыуҙары таралышын, патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә, дауалау (ш. иҫ. гипербарик оксигенация ҡулланып) һәм иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 175‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР эндокринологтары йәмғиәте рәйесе (1976—98).

Х е ҙ м.: Заболевания щитовидной железы. Уфа, 1981 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.