РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостандың төп дауалау‑консультатив һәм ойоштороу- методик учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Составына консультация- диагностика поликлиникаһы (көнөнә 1200 кеше ҡабул итә), тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар (1120 койка), диагностика үҙәге (10 бүлек, 12 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, 3 лаб.), ашығыс һәм планлы консультатив мед. ярҙамы бүлеге (ҡара: Санитария авиацияһы), ойоштороу‑иҡт. бүлеге һ.б. инә. Стационарҙа 24 клиник бүлек (бактериология, гематология, колопроктология, нейрохирургия, ревматология, сепсис м‑н ауырығандарға махсус мед. ярҙамы, травматология‑ортопедия, хирургия һ.б.) бар, улар нигеҙендә дауалау- диагностика үҙәктәре һәм БДМУ‑ның 10 кафедраһы эшләй. 2008 й. 480 табип һәм 907 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; стационар ярҙам — 24 меңдән ашыу, амбулатор‑консультатив ярҙам 112 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән; 19 меңдән ашыу операция яһалған. 1876 й. Губ. земство дауаханаһы булараҡ ойошторола, 1918 й. алып Өфөнөң Беренсе совет дауаханаһы, 1948 й. — Респ. клиник дауаханаһы, 1976 й. — Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. респ. клиник дауаханаһы. Учреждение м‑н У.А.Алексеев, Н.‑Ғ.Н. Байтирәков, И.И.Захаров, И.‑Ғ.Ғ. Ҡадиров, Р.Ш.Мағазов, М.Е. Петров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Й.Нагаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке