РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ №2, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. БР дәүләт учреждениелары хеҙм‑рҙәренә мед. ярҙамы, ш. уҡ нервы системаһы ауырыуҙары булған балаларға махсус стационар ярҙам күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына берләштерелгән поликлиника (көнөнә 600 кеше ҡабул итә), ололар өсөн стационар (135 койка) һәм Балалар психоневрологияһы һәм эпилептологияһы үҙәге (120 койка; ҡара: Медицина үҙәктәре), дауалау‑диагностика хеҙмәте һ.б. инә. Ололар өсөн стационарҙа 6 бүлек (анестезиология‑реанимация, неврология һәм 4 терапия) бар. 2008 й. 126 табип һәм 249 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; стационар ярҙам — 3,5 мең, амбулатор‑консультатив ярҙам 142 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән. 1949 й. совет һәм партия активы етәкселеге өсөн стационары булған махсус поликлиника булараҡ ойошторола, 1959 й. алып 1‑се дауахана, 1990 й. — БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берләштерелгән 1‑се дауаханаһы, 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Р.к.д.№2 м‑н В.А.Скачилов эшмәкәрлеге бәйле. Р.к.д.№2 биналары (Пушкин урамында урынлашҡан, 99 һәм 99а һанлы йорттар — Ляховтар һәм урман сәнәғәтсеһе А.С. Манаевтың элекке йорттары; икеһе лә 19 б. 90‑сы йй. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡылары булып тора.

А.С.Рәхмәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке