РЕСПУБЛИКА БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостан балаларына дауалау‑консультатив мед. ярҙамы күрһәтеү һәм респ. педиатрия хеҙмәтен ойоштороу- методик етәкселек итеү б‑са күп профилле махсус үҙәк; балаларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре б‑са мед. хеҙм‑рҙәрен әҙерләү өсөн уҡытыу- методик база. Өфөлә урынлашҡан. Р.б.к.д. составына консультация-диагностика поликлиникаһы (көнөнә 500 кеше ҡабул итә), стационар (785 койка), дауалау‑диагностика хеҙмәте (17 бүлек, 4 лаб., 4 кабинет) һ.б. инә. Стационарҙа 25 бүлек (аллергология, 2 анестезиология‑реанимация, гематология, кардиология, нефрология, 2 пульмонология, 2 хирургия һ.б.). Р.б.к.д. базаһында 22 респ. дауалау‑диагностика үҙәге һәм БДМУ‑ның 13 кафедраһы эшләй. 2008 й. 261 табип һәм 487 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; стационар ярҙам — 17 меңдән ашыу, консультатив ярҙам 25 меңдән ашыу балаға күрһәтелгән; 6 меңгә яҡын операция яһалған. 1972 й. ойошторола. Р.б.к.д. м‑н Р.Ш.Хәсәнов эшмәкәрлеге бәйле.

Р.З.Әхмәтшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.