РЕВМАТИЗМ (гр. rheumatismós — уҙыу), к и ҫ к е н  р е в м а т и з м  б и ҙг ә г е, тоташтырғыс туҡыманың башлыса йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһын, быуындарҙы, эске ағзаларҙы һәм үҙәк нервы системаһын зарарлаған инфекцион‑аллергик характерҙағы системалы шешеү ауырыуы. Башлыса ауырыуға бирешеп барған, А төркөмөндәге β‑гемолитик стрептококк аша йоҡҡан киҫкен инфекция үткәргән 7—15 йәшлек балаларҙа үҫешә. Ауырыу беренсе (инфекция йоҡҡандан һуң 2—4 аҙна үткәс), икенсе (беренсел Р., кардит, полиартрит һ.б. үҫешә) һәм өсөнсө (ҡайтмалы Р., йөрәк етешһеҙлектәре ауырлаша һәм гемодинамик боҙолоштар арта) осорға һәм процесс әүҙемлеге 3 дәрәжәгә бүленә. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (бензил пенициллин, салицил к‑таһы препараттары, кортикостероидтар һ.б.). Башҡортостанда 100 мең кешегә киҫкен ревматизм биҙгәге м‑н ауырыған тәүге асыҡланған сирлеләр түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 3,3; 2006 — 10,9; 2008 — 1,7; шуға ярашлы хроник ревматик йөрәк ауырыуҙары м‑н — 19,6; 28,1; 29,1 кеше. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 50‑се йй. уртаһында Е.Н.Третьякова етәкс. Р. патогенезы һәм клиникаһы, 60‑сы йй. уртаһынан Л.Д.Ғатауллина етәкс. организмдағы патоморфологик үҙгәрештәр (Ғ.Н.Боғҙанова, Р.Н.Фәйзуллин), гематологик, биохимик һәм иммунологик күрһәткестәр (Ф.К. Андаржанов, И.А.Кровяковская, Н.А. Подкользина), балаларҙа Р. клиникаһы, барышы һәм аҙағы үҙенсәлектәре (С.И.Назырова, Л.К.Смирнова) өйрәнелә, патологик процестың әүҙемлек дәрәжәһен иҫәпкә алып ауырыуҙы төрлө юлдар м‑н дауалау ысулдары эшләнә (О.Ҡ.Байков, Л.А. Фәйезова, В.М.Фәхрисламова һ.б.). 70‑се йй. башында С.Е.Беляев етәкс. балаларҙа Р. рецидивтарын өс этапта дауалау һәм өҙлөкһөҙ бициллин- медикаментоз иҫкәртеү ысулдары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. 90‑сы йй. алып ауырыуҙарҙың иммун статусы күрһәткестәре өйрәнелә (А.Й. Ғилманов), ревматик йөрәк етешһеҙлектәрен диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (Ә.Н. Закирова, В.Л.Нәзифуллин һ.б.). Р. һәм уның эҙемтәләрен диагностикалау сифатының патоморфологик аспекттары тикшерелә (А.В.Двинских, Е.В.Евдокимов, Т.И.Мостафин).

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.