АСБЕСТ (гр. asbestos — ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ), магний, тимер, өлөшләтә кальций һәм натрийҙың һыулы силикаттары класы минералдары. Структураһы сүсле, төҫө йәшкелт һоро, аҡ, зәңгәр; ялтырауығы ебәк һымаҡ. Ҡатылығы 2—2,5; тығыҙлығы 2500 кг/м3. Гигроскопик, юғары һығылмалы, яҡшы диэлектрик. Хризотил-А. һәм амфибол-А. айыралар. Иң киң таралғаны һәм ҡулланылғаны (95%) булып хризотил-А. тора. Амфибол-А. тремолит, актинолит, антофиллит, крокидолит һ.б. ғибәрәт. А. асбест‑цемент изделиелар сәнәғәтендә һәм резина‑асбест сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙа хризотил-А. ятҡылығы Учалы р‑нында (Ураҙ) асылған; хризотил-А. сығанаҡтары — Учалы (Янтыҡбаш), Хәйбулла (Ураҙбай) һәм Әбйәлил (Абҙаҡ) р‑ндарында, амфибол-А. Баймаҡ р‑нында табылған.

А.А.Алексеев, Э.И.Мөлөков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке