ПУШКАРЁВ Василий Александрович (5.3.1959, Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы с‑зының 1‑се бүлексәһе), онколог. Мед. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2004) атҡ. табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1986 й. тиклем Туймазы үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1988 й. алып ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә, 1991 й. — 18‑се дауаханала, 1996 й. башлап Респ. клиник онкология диспансерының (бөтәһе лә — Өфө) бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эндометрий, балаятҡы муйынтығы, түллек биҙҙәре рагын иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, тышҡы енси ағзаларҙың яман шештәре этиологияһын өйрәнеүгә арналған. П. тарафынан эндометрийҙың патологик процестары ваҡытында диагностика һәм дауалау алгоритмы тәҡдим ителә һәм ғәмәлгә индерелә. Уның ҡатнашлығында һары мәтрүш төнәтмәһен алыу ысулы эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Физиология и патология эндометрия. Уфа, 2003 (авторҙ.); Опухоли матки. Уфа, 2004 (авторҙ.); Физиология и патология репродуктивной системы женщины. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика