ПУШКАРЁВ Алексей Михайлович (7.3.1967, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында эшләй. 1994—2000 йй. һәм 2004 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында (1999—2000 йй. һәм 2005 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап БДМУ‑ла; 2000—04 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй. Фәнни‑практик эшмәкәрлеге урология ауырыуҙарын һәм операциянан һуңғы өҙлөгөүҙәрҙе, ш. иҫ. нозокомиаль инфекция арҡаһында, иммунологик коррекция (вакцинотерапия, вакцинопрофилактика, иммунобиол. препараттар һ.б.) ҡулланып, дауалау ысулдарын эшләү һәм камиллаштырыуға бәйле. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика