ПУПЫКИНА Кира Александровна (29.4.1966, Өфө), фармакогност. Фарм. ф. д‑ры (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан флораһының ҡырағай үҫкән һәм интродукцияланған дарыу үҫемлектәрен өйрәнеүгә, аш һеңдереү системаһы, төрлө йәрәхәттәрҙе, ауыҙ ҡыуыш‑лығының шешеү, тән тиреһе ауырыуҙарын һ.б. иҫкәртеү һәм комплекслы дауалау өсөн үҫемлектәрҙән дарыу эшләүгә арналған. 310‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Лекарственные растения в гастроэнтерологии. М., 2008 (авторҙ.); Фитотерапия артериальной гипертензии. Уфа, 2010 (авторҙ.); Георгины в Башкирском Предуралье: биологические особенности и перспективы использования. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика