ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ, фәнни дисциплина, уның өйрәнеү предметы — кешенең психик эшмәкәрлегенең һәм тәртибенең физиол. нигеҙҙәре. П. кешенең системалы, нейрон, синаптик кимәлдәрҙә ҡабул итеү, иғтибар итеү, иҫтә ҡалдырыу, хис‑тойғолар һәм хәрәкәт әүҙемлеге процестарын тикшерә. Дөйөм, йәш б‑са, дифференциаль, мед., хеҙмәт, уҡыу һәм спорт П. айырыла. П. ысулдары: субъектив һәм объектив (электроэнцефалографик, телмәр, хәрәкәт, вегетатив реакцияларҙы полиграфик теркәү, компьютер томографияһы һ.б.). 20 б. 60—80‑се йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) В.В.Петровский, З.Т. Вәлиева һәм А.Ғ. Ғиззәтуллин етәкс. — юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы сиктәрендә П. төрлө аспекттары; БДУ‑ла А.С.Дмитриев етәкс. — ваҡытты ҡабул итеү (А.О.Ҡормаева), уны һүҙ м‑н һәм оператив баһалау (Е.М.Гәрәев, Т.В.Тушнова) П.; 90‑сы йй. ӨАИ‑ла һәм БДУ‑ла Г.А.Әминев етәкс. хәтер һәм телмәр П. өйрәнелә. БДМУ‑ла — пед. П. һәм үҫмерҙәр П. проблемалары (З.А.Бәкерова, Р.М.Мәсәғүтов, В.Л.Юлдашев); БДУ‑ла — стресс П. (С.И.Ғәләүетдинова, П.А.Куксо) мәсьәләләре, кешенең хис‑тойғо ағзалары аша объектив ысынбарлыҡты ҡабул итеү процесының филос. аспекттары (М.С.Ҡунафин, С.М.Мочалов, Д.Ә.Нуриев), психосоматик ауырыуҙарҙы үҙен үҙе көйләү ысулдарын эшләү (А.М.Арбузов, А.С.Ванесян) б‑са; БДПУ‑ла — мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар П. проблемалары (Г.С.Рәшитова, В.Ф.Сафин, Р.М.Фәтихова); Башҡ. физик культура ин‑тында спорт эшмәкәрлеге П. (А.Х.Кәлмәтов, Э.Р.Румянцева, И.Р.Хәбибуллина, Э.Ш.Шәйәхмәтова, Р.Р.Әхмәҙиев); ӨЮИ‑ла девиант тәртипле үҫмерҙәр П. (Э.Р.Исхаҡов, Ю.Л.Казаринов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

С.М.Мочалов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика