ПАЛЬ Роберт Васильевич (15.4.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Әлшәй иген с‑зы бүлексәһенең Көньяҡ Уҫылы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Южный бүлексәһе а.), яҙыусы, тәржемәсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1962—81 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй: 1971 й. алып редакция мөдире, 1975 й. — баш мөхәррир; 1986 й. — БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1998—2007 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Тере мәктәр” (“Живые маки”) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1964 й. сыға. “Бейек ялҡын” (“Высокое пламя”; 1969), “Йондоҙ бейеклегенә тиклем” (“До высоты звезды”; 1983), “Яңғыҙ кәкүк саҡырыуы” (“Плач одинокой кукушки”; 1993), “Яҙмыш китабы” (“Книга судьбы”; 1999) шиғри йыйынтыҡтары, “Легендалар аҙаҡ булыр” (“Легенды будут потом”; 1976), “Таң алдынан” (“На исходе ночи”; 1979) тарихи романдары, “Тереләрҙә сағылыр” (“Отзовётся в живых”; 1985—1986) дилогияһы, “Йәнле һәм йәнһеҙ тыуған ер” (“Земля родная живая и мёртвая”; 2000) повесы һ.б. авторы. “Күктең ере бар” (“Есть у неба земля”; 1975) повесы М.Ғ.Гәрәевкә арналған. Әҫәрҙәре башҡ. (Т.Ғәниева, И.Л.Кинйәбулатов, Т.Ҡарамыш һ.б. тарафынан), ҡаҙаҡ, татар, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Т.Бикбаев, Х.Ғиләжев, Ф.Һ.Туғыҙбаева, З.Ә. Әхмәтйәнова, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. БР Яҙыусылар союзының урыҫ телле яҙыусылары ижади берекмәһе рәйесе (1991—2001). С.Злобин ис. (1998), Ф.Кәрим ис. (2009) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бессмертники — цветы вечности: докум. роман. Уфа, 1990; Заглянуть в бездну: повести. Уфа, 2008; На земле и над землёй: роман, повести. Уфа, 2013.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика