АСАУҘЫБАШ, Яңауыл р‑ндағы ауыл, Асауҙыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. 22 км алыҫлыҡта Асауҙы й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 349 кеше; 1920 — 400; 1939 — 438; 1959 — 376; 1989 — 288; 2002 — 247; 2010 — 193 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 50 йортта 306 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет (1891 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке