ПАВЛОВКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 205 кеше; 1939 — 235; 1959 — 240; 1989 — 225; 2002 — 233; 2010 — 235 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә сыуаштар Павлов утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 22 йортта 111 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәктәп булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика