ПАВЛОВ Борис Николаевич (29.1.1936, Рыбинск ҡ.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1964). 1962 й. “Ленинец”, 1964 й. алып Өфө химия з‑дының “Химик” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1968 й. — Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, 1980 й. — “Вечерняя Уфа” гәз. хәбәрсеһе, 1982—85 йй. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1990—94 йй. “Истоки” гәз. хәбәрсеһе. Башҡортостан радиоһында “Беҙгә яҙалар”, “Публицист трибунаһы” (икеһе лә – 1988—90), “Экология һәм беҙ” (1995—2005) тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыларының береһе. “Ярылған юл өҫтөндәге ҡояш” (“Солнце над просекой”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1968 й. сыға. “Шом” (“Тревога”; 1971), “Айғыр легендаһы” (“Айгирская легенда”; 1980), “Изгегә ҡул һуҙыу” (“Покушение на заветное”; 1992), “Күңел түрендәге иҫтәлек” (“Память сокровенная”; 2015) һ.б. китаптар авторы. Әҫәрҙәрендә производство м‑н идара итеү, Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу мәсьәләләрен күтәрә. А.Карнай һәм Д.Юлтый әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Сосны над рельсами: очерки и рассказы. Уфа, 1986; Заповедное: очерки, рассказы, эссе. Уфа, 2006; Открытые раны: стихи. Уфа, 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018