CЫУАШ‑ҠУҒАНАҠ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Краснояр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 152 кеше; 1920 – 129; 1939 – 174; 1959 – 357; 1989 –179; 2002 – 179; 2010 – 213 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 1775 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡуғанаҡ исеме м‑н сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Татар Ҡуғанағы булараҡ теркәлгән. 1789 й. 60 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 17 йортта – 98 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика