СЫБАРКҮЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Шәрәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 243 кеше; 1959 — 252; 1989 — 191; 2002 — 225 кеше. Башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. уртаһында Мәсәғүт кантонында Лағыр а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика