CУРТАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.- Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Суртан й. (Ҡуғанаҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 185 кеше; 1939 — 203; 1959 — 146; 1989 — 389; 2002 — 470; 2010 — 474 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ кантонында Полтава губ. украин күскенселәре утар булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика