CУРТАН, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Суртан күле (Мәләкәҫ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 764 кеше; 1920 — 850; 1939 — 784; 1959 — 638; 1989 — 267;__ 2002 — 246; 2010 — 242 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Дыуан а. кешеләре тарафынан ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1906 й. земство мәктәбе, 6 тимерлек, 2 май һығыу оҫтаханаһы, 15 кирбес яһау оҫтаханаһы, бакалея кибете теркәлгән. 30—50‑се йй. Үрге һәм Түб. Суртан аа. иҫәпкә алынған. А.Г.Сафонов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика