CУЛПАН, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 197 кеше; 1959 — 234; 1989 — 167; 2002 — 377 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халҡы “Янғантау” шифаханаһында эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында “Сулпан” а. х. коммунаһы ойоштролған ваҡытта ш. уҡ кантондың Миәшәгәр а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 10 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика