CУЛПАН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр‑Мәнәүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 74 кеше; 1959 — 102; 1989 — 103; 2002 — 117; 2010 — 121 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантоны Ҡаңыр‑Мәнәүез а. (хәҙ. Ҡыңғыр‑Мәнәүез а.) кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика