CУЛПАН 2‑се, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 41 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 368 кеше; 1959 — 324; 1989 — 184; 2002 — 145 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Абзан а. кешеләре Сулпан ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 38 йорт теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ф.Й.Баһауетдинов, Й.Ғ.Баһауетдинов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика