АСАУҘЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡәлмиәр а / с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Асауҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 285; 1939 — 742; 1959 — 327; 1989 — 136; 2002 — 124; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 39 йортта 191 кеше йәшәгән. Ғибәҙәтхана теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке