ПРОСТАТИТ (гр. prostátēs — алда торған), простата биҙенең шешеүе. Бактериаль (киҫкен һәм хроник), бактериаль булмаған (хроник) һ.б. П. айырыла. Бактериаль П. — простата биҙе туҡымаларының инфекцияға дусар булыуы һөҙөмтәһендә, хроник П., ғәҙәттә, киҫкен П. үткәргәндән һуң үҫешә. П. үҫешенә ш. уҡ һыуыҡ тейҙереү, гиподинамия, бәүел‑енес системаһы ауырыуҙары, иммунитеттың ҡаҡшауы, тәмәке тартыу, алкоголизм һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен П. төп билдәләре: йыш, ауырлыҡ м‑н һәм ауыртынып кесе ярау итеү, тән т‑раһы күтәрелеү, бил һәм бот төбө ауыртыу; хроник П. булғанда — 3 ай буйына янбаш тирәһе ауыртыу һәм (йәки) унда уңайһыҙлыҡ тойоу. Диагностика өсөн анамнез, клиник, лаб. (микроскопия, простата биҙе шыйыҡсаһын бактериаль сәсеү һ.б.) һәм инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияға, шешеүгә ҡаршы, иммуномодулләүсе һ.б. препараттар), хирургик, физиотерапия, дауалау физкультураһы, простатаға массаж яһау һ.б. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше, П. үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙарҙы бөтөрөү. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 72, 2006 — 98, 2008 — 124 кеше. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып Медицина университетында хроник П. этиологияһы һәм клиникаһы өйрәнелә, уны диагностикалау һәм дауалау ысулдары, ш. иҫ. простатилен препараттары (Ф.Х.Ғәлиәхмәтов) һәм реабилитация осоронда дауалау физкультураһы (С.В.Головин, Р.А.Гәрәев, А.Ф.Ғәлләмова, Ю.О.Новиков) ҡулланып, эшләнә (М.И.Каплун); трансуретраль электрохирургик ысулдар камиллаштырыла (А.А.Ҡазихинуров, В.Н.Павлов, Р.И.Сафиуллин), П. комплекслы дауалауҙа “Асы”, “Красноусол”, “Янғантау” шифаханаларының тәбиғи фак‑ торҙары тикшерелә (Р.З.Вәлиәхмәтов, Г.В.Коржавин, Ф.З.Шакиров).

Әҙәб.: К а п л у н М.И. Хронический неспеци‑ фический простатит. Уфа, 1984.

В.Н.Павлов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика