ПОПОВ Олег Серафимович (16.2.1952, Кибартай ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй: 1985 й. башлап хирургия б‑са баш табип урынбаҫары, 1987 й. — бүлек мөдире, 1989 й. — баш табип, бер үк ваҡытта 1996 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑ты уҡытыусыһы һәм 2008 й. — БР ФА‑ның филиалында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль, торакаль, пластик һәм эстетик хирургия проблемаларына, ауырыуҙарҙы аҙ инвазив технологиялар ҡулланып хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. П. ҡатнашлығында маммопластика өсөн силикон протез эшкәртеү, йомшаҡ туҡымаларға контурлы пластика яһағанда полиакриламид гелен фиксациялау ысулдары эшләнә. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Маммопластика при нарушениях объёма и формы молочной железы. М., 2002 (авторҙ.); Эстетическая хирургия при грыжах и нарушениях формы живота. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика