ПОЛЯНЦЕВ Александр Андрианович (25.3.1905, Вятка губ. Усад а. — 27.9.1963, Волгоград ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1941). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1940). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1931) ТАССР дауаханаларында, 1935 й. башлап Ҡазан мед. ин‑тында эшләй. 1940 й. алып БДМИ‑ла (дөйөм хирургия, 1945 й. башлап госпиталь хирургияһы  каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1941—45 йй. БАССР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау ХК бүлегенең өлкән инспекторы. 1948 й. алып Волгоград мед. ин‑тының дөйөм хирургия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге патологик процестар ваҡытында лимфа һәм нервы системаларын өйрәнеүгә; хәрби‑ялан хирургияһы мәсьәләләренә; ҡан тамырҙары, күкрәк ситлеге, ҡорһаҡ ҡыуышлығы һ.б. ағзалар ауырыуҙарын хирургик юл м‑н дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Огнестрельные ранения сосудов и их лечение. М., 1948.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика