ПОЛИОМИЕЛИТ (гр. polioјs — һоро һәм myeloјs — арҡа мейеһе), балаларҙың арҡа фалижы, кешенең инфекцион ауырыуы.Энтеровирустар затының Poliovirus hominis вирусы тыуҙыра, тышҡы мөхиткә тотороҡло, йылытыуға, дезинфекциялаусы сараларға һиҙгер. Йышыраҡ 3—6 айҙан алып 7 йәшкә тиклемге балалар ауырый. Нервы системаһын зарарлаған П. айырыла: фалижһыҙ (менингеаль), фалижлы (арҡа һәм баш мейеһенең урыны м‑н зарарланыуы); зарарһыҙ (абортив, висцераль); киҫкен фалижлы, вакцина м‑н берләштерелгән; инаппарантлы (вирус йөрөткән). Ауырыу аш һеңдереү юлы йәки һауа аша йоға. Инкубация осоро: 7—12 көн. Төп билдәләре: биҙгәк тотоу, баш ауыртыу, эс китеү, ҡоҫоу, йоҡо баҫыу, аяҡ‑ҡул һыҙлауы, ауырыу башланғандың 1—6 көнөнән һуң периферия фалижының үҫеп китеүе бар (йышыраҡ аяҡта). Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник, лаб. (вирусологик, серологик һ.б.) һәм функциональ (электромиография) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (симптоматик), физиотерапевтик (УВЧ терапияһы, диатермия һ.б.). Иҫкәртеү: тере полиомиелитлы перораль йәки инактивирланған инъекцион вакцина м‑н иммунизациялау. И.И.Мечников ис. Өфө эпидемиология һәм микробиология ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) 20 б. 40‑сы йй. П. эпидемиологияһы өйрәнелә (М.М.Барац, Г.Н.Любимова‑Скворцова, В.Н.Марков‑Осоргин, В.А.Стригин).Респ. санитария‑эпидемиология станцияһында 50‑се йй. Н.А.Катыковская етәкс. П. вирустарын айырып алыу һәм идентификациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) П. булғанда неврологик боҙолоштар барышы үҙенсәлектәре һәм патогенезы (Н.Ф.Воробьёв, В.М.Попова, Н.И.Савченко), 70—80‑се йй. — П. эпидемиологияһы, клиникаһы, уны иҫкәртеү (Е.В.Лещинская, Э.В.Фельдман) өйрәнелә, П. ҡалдыҡ билдәләре булған ауырыуҙарҙы тергеҙеүсе, ш. иҫ. “Красноусол” шифаханаһының дауалау факторҙарын файҙаланып (Ә.С.Мифтахова),  дауалау ысулдары эшләнә. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып халыҡты планлы рәүештә вакцинациялау үткәрелә, 2000 й. — П. бөтөрөү программаһы бойомға ашырыла, 2002 й. республика П. азат терр‑я статусын ала.

Ф.М.Байбаҙарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика