ПОЗНАНСКИЙ Александр Семёнович (31.1.1903, Кривой Рог ҡ. — 1973, Горький ҡ.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1960), проф. (1962). Одесса мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1927) 1929 й. тиклем Одесса ҡ. наркология диспансерында һәм психиатрия клиникаһында, 1931 й. алып Украинаның психоневрология ин‑тында (Харьков ҡ.), 1944 й. — Горький мед. ин‑тында эшләй. 1960—70 йй. БДМИ‑ның психиатрия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм психопатология проблемаларына, шизофрения, травматик психоздар һ.б. психик ҡаҡшауҙар ваҡытында галлюцинатор, һаташыу, кататоник, эмоциональ синдромдарҙы клиник‑эксперименталь һәм психо‑фармакол. тикшереүгә; яңы психотроп сараларҙы һынап ҡарауға һәм патодинамик структураларға уларҙың тәьҫирен билдәләүгә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР‑ҙың невропатологтары һәм психиатрҙары йәмғиәте рәйесе (1960—68).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика