АСАТУРОВ Григарт Христофорович (4.8.1937, Ҡыштым ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. төҙөүсеһе. Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) 21‑се треста (Өфө) эшләй: 1970 й. алып баш инженер, 3‑сө төҙөлөш идаралығы нач.; 1980 й. — трестың баш инженеры, 1986 й. — идарасыһы, 1992—2000 йй. ген. директоры. А. етәкс. “Уфанефтехим” (1982), “Уфахимпром” (1983), “Уфаоргсинтез” (1997) пр‑тиеларында химия һәм нефтехимия продукцияһын етештереү б‑са ҙур комплекстар һәм ҡулайламалар төҙөлә; Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында бензин етештереү б‑са ҡулайламаны реконструкциялау үткәрелә (1997), “Башгипробиосинтез” ин‑ты, Өфөлә 3 АТС, “Башҡортостан” һәм “Турбаҫлы бройлерҙары” ҡошсолоҡ ф‑калары биналары, БР райондарында малсылыҡ комплекстары төҙөлә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1974). Халыҡтар дуҫлығы (1984), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке