ПНЕВМОНИЯ (гр. pnéumon — үпкәләр), ү п к ә ш е ш е ү е, эске альвеоляр экссудация м‑н барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы м‑н ҡылыҡһырланған ауырыуҙар төркөмө.

Кеше П. Этиологияһына бәйле бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. П.; ҡатнаш (вируслы‑бактериаль), аллергик, физик‑химик факторҙар м‑н билдәләнгән (травманан һуңғы, аспирацион, операциянан һуңғы һ.б.); барлыҡҡа килгән урыны б‑са — дауахананан тыш (амбулатор) һәм нозокомиаль (госпиталдә); үҫеш механизмы б‑са — беренсел (бронхоген) һәм икенсел (инфекция тыуҙырған ҡан йәки лимфа аша таралғанда) һ.б.; педиатрияла киҫкен һәм хроник П. айырыла. Үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар: иммунитет ҡаҡшауы, һалҡын тейҙереү, тәмәке тартыу, стресс һ.б. Төп симптомдары: т‑ра күтәрелеү, йүткереү, тын ҡыҫылыу. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, радиоизотоплы һ.б.) һәм лаб. (микроскопик, бактериологик һәм серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, дезинтоксикацион, шешеүгә ҡаршы, бронхолитик, ҡаҡыртҡыс, иммуномодулләүсе препараттар), физиотерапевтик һ.б., шифахана‑ку‑ рорт учреждениеларында реабилитацияланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: киҫкен тын алыу етешмәүсәнлеге, инфекцион‑токсик шок, сепсис, үпкә туҡымаһы деструкцияһы һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 471,3; 2007 — 457,2; 2008 — 483,2 кеше. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 40‑сы йй. уртаһында Д.И.Татаринов етәкс. крупоз П. булғанда йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы торошо (З.Ш. Заһиҙуллин), 60—70‑се йй. Л.Д.Ғатауллина етәкс. — кескәй балаларҙа П. булғанда тын юлдары (Н.А.Володина, М.П.Соколова) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары (К.Х.Мәмлиева) етешмәүсәнлегенең, ш. иҫ. хроник П. (А.С. Амосова, М.И.Литвина), клиникаһы һәм патогенезы, 80‑се йй. уртаһынан Ш.З.Заһиҙуллин етәкс. П. булғанда, ш. иҫ. дауахананан тыш П. ваҡытында (В.И.Бәкерова), тын алыу һәм ҡан әйләнеше ағзаларының эшмәкәрлек күрһәткестәре (Р.Х.Зөлҡәрнәев) өйрәнелә, ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (Г.М.Байышова, Е.Г.Левина, А.Р.Шәрипова).

Хайуандар П. Этиологияһы б‑са специфик (инфекциянан килеп сыға; туберкулёз, маңҡа ауырыуы һ.б. булғанда) һәм специфик булмаған (шартлы патоген микроорганизмдар тыуҙыра) П. айырыла. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: мал тотоуҙың санитария‑гигиена нормалары боҙолғанда организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре кәмеү (үтәнән‑үтә ел, һыуыҡ, дымлылыҡ һ.б.), хайуандарҙы дөрөҫ файҙаланмау (артыҡ ныҡ эшләтеү һ.б.). Йәш мал тиҙерәк бирешә. Диагностика өсөн клиник, лаб., рентгенологик, патоморфологик һ.б. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияларға ҡаршы, бронхолитик, иммуномодулләүсе һ.б. саралар, новокаин блокадалары), физиотерапия һ.б. Өҙлөгөүҙәр: плеврит, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: мал тотоуҙа нормаль шарттар булдырыу, ауыл хужалығы малдарын яҡшы аҙыҡ м‑н ашатыу һ.б. БР‑ҙа тын юлдары ауырыған һыйыр малы: 2005 й. — 78271 (дөйөм мал һанының 4,6%‑ы), 2006 — 96458 (5,9), 2007 — 94528 (5,6) теркәлгән; ошоға ярашлы сусҡалар — 67438 (12), 96694 (19,2), 57581 (10,5).

Ш.З.Заһиҙуллин, У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика