ПЛЕХАНОВА (Никитина) Татьяна Ивановна (15.7.1941, Амурҙағы Николаев ҡ. — 2.6.2005, Өфө), фарма‑ когност. Фарм. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Пятигорск фарм. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Силәбе мед. уч‑щеһында, Пятигорск фарм., Хабаровск һәм Алтай мед., Көньяҡ Сахалин пед. ин‑ттарында эшләй. 1983 й. алып БДМУ‑ның ботаника һәм фитотерапия нигеҙҙәре курсы м‑н фармакогнозия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың дарыу флораһы ресурстарын, дарыу үҫемлектәренең химик составын һәм фармакол. үҙенсәлектәрен тикшереүгә, улар нигеҙендә күп компонентлы препараттар эшләүгә арналған. П. ҡатнашлығында панкреатитты дауалауҙың комплекслы ысулдары, иммунитетты стимуллаштырған һәм шешеүгә ҡаршы саралар, яраларҙы уңалта торған майлы экстракт әҙерләү алымы һ.б. эшләнгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Лекарственные растения. Применение. Противопоказания. Сборы. Уфа, 2000; Эхинацея пурпурная (биология, фармакология и вопросы интродукции в Республике Башкортостан). Уфа. 2000 (авторҙ.).

Н.В.Кудашкин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика