ПЛЕВРИТ (гр. pleurá — ҡабырға, көп), плевраның (үпкәне ҡаплаған тышҡы яры) шешеүе. Экссудатының характеры б‑са фибриноз, сероз‑фибриноз, эренле (плевра эмпиемаһы, пиоторакс), геморрагик, сереткес һәм продуктив; тыуҙырыусыһы булыу‑булмауы һәм төрө б‑са — асептик (күкрәк ситлегендә өлөшләтә пневмония, травма, шештәр һ.б. арҡаһында), специфик булмаған (эрен тыуҙырған микроорганизмдар тәьҫирендә) һәм специфик (үпкә туберкулёзы булғанда) П. айыралар. Төп симптомдары: тәрән тын алғанда, хәрәкәт иткәндә, ҡысҡырып һөйләшкәндә күкрәк ситлегендә киҫкен ауыртыу, тын ҡыҫылыу, йүткереү, тахикардия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: плевропневмоцирроз, тын алыу етешмәүсәнлеге, сепсис һ.б. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенография, эндоскопия һ.б.) һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз, хирургик (торакоцентез, плевра ҡыуышлығын дренажлау), шифахана‑курорттарға барыу. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2006 й.— 34,8; 2007 — 31,8; 2008 — 25,8 кеше. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 60‑сы йй. алып У.А.Алексеев етәкс. эренле П. хирургик дауалау ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. башлап П. диагностикалау һәм комплекслы дауалау ысулдары камиллаштырыла (А.М.Афзалетдинов, Ш.Х.Ганцев, Н.Ғ.Ғатауллин, Р.К.Дауытов, Р.Ғ. Фәтихов), балаларҙа эренле‑фибриноз П. нур м‑н диагностикалау һәм ви‑ деоторакоскопик дауалау ысулдары эшләнә (А.Ә.Ғүмәров, Р.А.Ғүмәров).

Р.Ғ.Фәтихов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика