ПИОДЕРМИЯ (гр. pýon — эрен һәм dérma — тире), эренләткес микроорганизмдар тыуҙырған тире ауырыуҙары. Тыуҙырыусылары: стафило‑, стрептококтар, һирәгерәк зәңгәр эренле, эсәк таяҡсаһы һ.б. Стафило‑, стрептодермия, ҡатнаш, өҫкө һәм тәрән, сикле һәм таралған П. айыралар; киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, гиповитаминоз, тиренең микротравмалары һ.б. Стафилодермияларға тире аҫтындағы күҙәнәктәр шешеп эренле ҡыуыҡсалар барлыҡҡа килеү, стрептодермияларға — күбеһенсә тире өҫтөндә ялпаҡ күперткеләр барлыҡҡа килеп, тиренең боҙолоуы хас. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: специфик (стафило‑ һәм стрептококк вакциналар һәм анаток‑ синдар, бактериофагтар, антибиотиктар һ.б.), специфик булмаған (аутогемотерапия, диетотерапия, витаминдар һ.б.), урындағы (дезинфекциялау саралары, УФ‑нурланыш һ.б.), хирургик. Иҫкәртеү: санитар‑гигиена саралары, микротравмаларҙы үҙ ваҡытында эшкәртеү, иммунитетты күтәреү һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2004 й. — 7630,4; 2006 — 8549,8; 2008 — 8740,6 П. м‑н ауырыусы теркәлгән. 20 б. 30—60‑сы йй. Башҡ‑н тире‑венерология ин‑тында (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) һәм БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) П. эпидемиологияһы, патогенезы, клиникаһы (Г.В.Галанова, А.И.Картамышев, В.А.Майорский, А.И.Хованский), ш. иҫ. Б.В. һуғышы йылдарында хәрбиҙәрҙә (М.М.Кузнец), өйрәнелә, сәнәғәт һәм а.х. төрлө тармаҡтарында П. дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (А.А.Городецкий, Н.А.Иванов, А.А.Колотова, С.М.Рутес, Хованский). 2000 й. алып БДМУ‑ла М.М.Ғафаров етәкс. ваҡытлы хеҙмәткә саҡырылған хәрби хеҙм‑рҙәрҙә П. булғанда эпидемиологик үҙенсәлектәр, клиник полиморфизм, иммунитет өйрәнелә (Н.Ю.Ҡудашев), ауырыуҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (В.В.Гладько, Ҡудашев, А.П. Малярчук, Т.В.Соколова).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика