АСАНБАЕВ Нәжиб [Николай Васильевич; 7.11.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ахман а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 28.3.2013, Өфө], драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2006). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1963). 1949 й. алып “Кызыл таң” гәз.: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, Октябрьский һәм Салауат ҡҡ. үҙ хәбәрсеһе; 1959 й. башлап Салауат драма театры, 1963—65 йй. — БАДТ директоры. А. драматургияһына проблематика актуаллеге, конфликттар киҫкенлеге һәм жанр формаларының төрлөлөгө хас. “Рәйсә” (1957), “Фәйзи” (1962), “Аҡ сирендәр” (1976) әҫ. замандың әхлаҡи коллизиялар драматизмын һәм тәрәнлеген күрһәтә. “Зәйтүнгөл” (1974), “Ҡыҙлы йорт” (1980), “Миләш‑Миләүшә” (1988) драмаларында ауыр яҙмышлы ҡатын‑ҡыҙ образдары тыуҙырылған. “Вәлиди” (2006) трилогияһы — Ә.Ә.Вәлидовҡа, “Ҡанат йәйгәндә” (1969) драмаһы М.Йәлилгә арналған. “Кәләш әйттергәндә” (1964), “Күктән төшкән бәхет” (1969), “Һыу юлы” (1972) киҫкен сюжетлы комедиялары, “Алтын бишек” (1968) драмаһы һ.б., “Кәрим” (1947), “Вәлимә” (1953), “Минең геройым” (1953) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтыҡтары авторы. БАДТ сәхнәгә ҡуйған “Ҡыҙыл паша” (1982) пьесаһы ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ‑ара театрҙар фестивалендә (Дәмәшк, 1986) тәҡдим ителә. А. пьесалары БР, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйыла. Шулай уҡ публицистика өлкәһендә эшләй. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1983). 1‑се (1945) һәм 2‑се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Дуҫлыҡ (1997), Салауат Юлаев (2005) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Пьесалар. Өфө, 1991; Сәхнә әҫәрҙәре: драмалар һәм комедиялар. Өфө, 1997; Әҫәрҙәр: 5 томда. Өфө, 2005—2009.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке