ПЕРИТОНИТ (гр. peritoјnaion — ҡорһаҡ ярыһы), ҡорһаҡ ярыһының шешеүе. Микрофлора үтеп инеү характеры б‑са беренсел, икенсел һәм өсөнсөл П.; шешеү процесының таралышы б‑са — таралмалы (диффуз, йәки дөйөм) һәм сикле; барышы б‑са — киҫкен һәм хроник П.; үҫеше б‑са реактив (тәүге 24 сәғәт), токсик (24—72 сәғәт) һәм терминаль фазалар айырыла. Кешеләрҙә һәм хайуандарҙа иркен ҡорһаҡ ҡыуышлығына бактериаль инфекция, химик ҡуҙғытҡыстар (ашҡаҙан‑эсәктәге аҙыҡ ҡалдыҡтары, үт, бәүел) һ.б. эләгеүе арҡаһында үҫешә. Сәбәптәре: киҫкен инфекцион‑шешеү ауырыуҙары, травмалар һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларына операциялар, һирәк осраҡта ҡуҙғытҡыстың ҡан һәм лимфа юлдары аша ниндәйҙер башҡа шешкән ағзанан күсеүе мөмкин һ.б. Төп симптомдары: ҡорһаҡтың көслө ауыртыуы, уҡшыу, ҡоҫоу, эс күбеү, ҡорһаҡ мускулдарының көсөргәнешле булыуы. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, эндоскопик, ультратауыш һ.б.) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: хирургик, симптоматик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күп ағзаларҙың етешмәүсәнлеге, сепсис, үлемгә килтергән септик шок. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. алып БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров һәм А.А.Полянцев етәкс. эренле яраларҙы һәм ҡыуышлыҡтарҙы йыуып таҙартыу (Ә.С.Дәүләтов), П. булғанда ҡорһаҡ ҡыуышлығын дренажлау (Л.Ф.Воронкова, Ю.С.Улимаев, К.А.Фёдоров, Т.Д.Шигарев) ысулдары эшләнә. 70‑се йй. балаларҙа аппендикуляр сығышлы П. (А.Ә.Ғүмәров, М.Ғ.Мәүлитова), ит үрҙергән (Б.А. Байков), диафрагма аҫтындағы (А.М.Пенькова, К.С.Шахов) П., уларҙы дауалағанда гипербарик ок‑ сигенация ысулын ҡулланыуҙың һөҙөмтәһе (М.Ә.Ғәлиев) өйрәнелә. 80—90‑сы йй. балаларҙа күп ағзаларҙың етешмәүсәнлеге, септик шок м‑н ҡатмарланған аппендикуляр П. булғанда метаболик һәм иммунологик үҙгәрештәр (В.В.Викторов, Э.Ғ.Дәүләтов), балаларҙа таралған аппендикуляр П. булғанда ҡандың һәм бәүелдең хемилюминесценцияһы (И.М.Ниғмәтуллин, Р.Р.Фәрхетдинов) тикшерелә. В.М.Тимербулатов етәкс. таралмалы эренле П., ш. иҫ. эсәктең бөтәү яраһы м‑н П. (Т.И.Мостафин), диагностикалауҙың (И.В.Верзакова, Л.Н.Какаулина, Р.Ғ.Каланов, М.Һ. Ҡунафин) һәм комплекслы дауалауҙың (Р.А.Мананов, Н.М.Мехтиев, А.А.Ширяев) ультратауыш ысулдары, үткә бәйле П. дауалауҙың (Ю.В. Богдасаров, Р.М.Ғарипов) һәм балаларҙа П. хирургик юл м‑н (Ф.Х.Ғайнанов, Ғүмәров, П.И.Миронов, Р.Ш.Хәсәнов), ш. иҫ. лапароскопия ҡулланып (И.А.Мәмлиев), дауалауҙың аҙ инвазив ысулдары эшләнә. 2000 й. алып таралмалы П. булған ауырыуҙарҙа метаболик боҙолоуҙарҙы төҙәтеү (А.Г. Какаулин), ҡыҙ балаларҙа ҡорһаҡ ҡыуышлығының түбән өлөшө һәм кесе янбаштың сикле П. дауалау (Э.С.Ғәҙелшин, С.Ю.Мөслимова, Д.Ш.Сабирйәнова), балаларҙа аппендикуляр П. видеоэндохирургик дауалау (В.В.Макушкин, В.У.Сатаев) ысулдары уйлап табыла, уларҙың артабанғы һөҙөмтәләре (В.А. Парамонов) өйрәнелә. Балаларҙа П. булғанда ҡорһаҡ ҡыуышлығын лапароскопик санациялағанда ауыртыуҙы баҫыу һәм операциянан һуңғы осор үҙенсәлектәре (М.З.Ихсанов), таралмалы П. булған ауырыуҙарҙа эсәктәр көсһөҙлөгө синдромының морфофункциональ сағылышы (Д.Ә.Йәнекәев, Д.С.Куклин, Мостафин, Л.Ш.Сафинова) тикшерелә. Таралмалы П. булғанда зонд аша энтераль туҡландырыу мөмкинлектәре өйрәнелә (М.Ә.Саҙретдинов, Р.Р.Фаязов, Ә.Ғ.Хәсәнов һ.б.), үт ташы ауырыуы булған ауырыуҙарҙа П. иҫкәртеү (А.З.Муллайәнова), аппендикуляр П. үткәргән балаларҙы шифахана‑курорттарҙа реабилитациялау (А.Р.Заһитов, Ш.С.Ишемов, Р.М.Хәйруллина һ.б.) ысулдары камиллаштырыла.

Әҙәб.: Синдром кишечной недостаточности при перитоните. /В.М.Тимербулатов [и др.]. Элиста, 2008.

Н.М.Мехтиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика