ПЕНЬКОВА Анна Михайловна (10.2. 1919, Стәрлетамаҡ ҡ. — 7.9.2000, Өфө), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1982). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1942) Мәләүез р‑нының район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1945 й. алып Респ. онкология диспансерының баш табибы (Өфө). 1947 й. башлап Силәбе мед. ин‑тында уҡыта. 1957 й. алып БДМИ‑ла (1966—82 йй. хәрби‑ялан хирургияһы курсы м‑н травматология һәм ортопедия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге терәк‑хәрәкәт системаһы патологияһы булған ауырыуҙарҙы хирургик дауалау, реабилитациялау, табип‑хеҙмәт экспертизаһы аша үткәреү, респ. халҡына травматологик ярҙам ойоштороу эштәре м‑н бәйле. П. тарафынан сей яра ауырыуы ваҡы‑ тында ашҡаҙан резекцияһы кимәлдәре нигеҙләнгән, бот һөйәге байырсаһы һынғанда дауалау, тубыҡ быуындары бәйләүестәрен һөйәк‑һеңер блогы м‑н пластикалау ысулдары, остеосинтез, сираҡ һөйәктәре һынғанда репозиция һәм фиксация өсөн яйланмалар һ.б. эшләнгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. БР травматологтары, ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы президенты (1966—98). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика