ПАШКОВ Сергей Афанасьевич (3.4. 1959, Новосибирск өлк. Обь ҡсб), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский участ‑ ка дауаханаһында (1986 й. башлап баш табип), 1987 й. алып БДМУ‑ла (1991 й. башлап операциялар блогы һәм клиника бүлеге мөдире) эшләй. 2003 й. алып “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ‑ның мед.‑санитария бүлеге начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге эсәктәрҙең бер‑береһенә йәбешеп үткәр‑мәүсәнлеген диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләүгә, камиллаштырыуға, ҡорһаҡ ярыһының операциянан һуңғы йәбешмә ауырыуын, ашҡаҙан‑эсәк юлдары атонияһын, ш. иҫ. ҡатлы шекәрә артерияларын химик денервациялау һәм эсәктәргә тура электростимуляция һ.б. ҡулланып, иҫкәртеүгә арналған. П. ҡатнашлығында эсәктең эшләүен билдәләү, эсәктәрҙең операциянан һуңғы паре‑ зын күҙаллау ысулдары һ.б. эшләнгән. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Острая спаечная кишечная непроходимость (проблемы, решения). Уфа, 2004 (авторҙ.); Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии). Уфа, 2007 (авторҙ.); Хирургия спаечной болезни брюшины: руководство. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика