ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ, кеше һәм хайуан организмында ауырыу билдәләре булған процестарҙың барлыҡҡа килеүе, барышы, аҙағы һәм компенсатор‑яраҡлашыу реакциялары законлыҡтарын өйрәнгән медицина һәм ветеринария өлкәһе.

Кеше П.ф. Башҡортостанда кешенең П.ф. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) П.ф. каф. асылғандан һуң үткәрелә башлай: тәүге хеҙмәттәр һыу алмашыныуы боҙолоуын, бейек тау шарттарында йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһын, гиперэргик шешеүҙең үҫешеү механизмдарын, организмға ионлы радиация тәьҫирен, шоктың, аллергияның һ.б. патогенезын өйрәнеүгә арналған була. Артабан төп фәнни йүнәлештәр формалаша: аллергик һәм иммунологик реактивлыҡ, эритропоэз боҙолоу механизмдары һәм экстремаль, терминаль хәлдәр П.ф. 30—60‑сы йй. анафилаксия патогенезы механизмдары һәм организмдың тап килмәгән ҡан ебәреүгә һиҙгерлеген билдәләгән факторҙар (В.А.Самцов), анафилаксия күренештәренә ҡан юғалтыу, биҙгәк һәм наркоз йоғонтоһо (Г.Е.Инсарова, Д.Ә. Йәнекәев, С.Н.Колпиков), иммунитет һәм фагоцитоз регуляцияһы үҙенсәлектәре (Т.Ф.Батырова, К.Н.Мөҡсинова, Д.Г.Пельц, Н.Г.Тер‑Маркарян) өйрәнелә. 60—70‑се йй. гемопоэз боҙолоуына тикшеренеүҙәр үткәрелә, ҡан яһалышының стимуляторҙары һәм ингибиторҙары әһәмиәте (А.Ғ.Ғиззә туллин, В.А.Иванченко, В.И.Лехмус, Г.Г.Хәлитова), төрлө йәштәге осорҙарҙа танатогенез (үлеү процесында организмдағы үҙгәрештәр динамикаһы) тикшерелә (Р.Ғ.Тереғолов). 80‑се йй. алып киҫкен ҡан юғалтыу һәм быуылыу арҡаһындағы клиник үлемдән һуң хайуандарҙа аллергия күренештәре һәм иммун статусы, төрлө антигендар м‑н иммунлаштырылған хайуандарҙа реанимациянан һуңғы ауырыу үҙенсәлектәре (М.А.Александров, Йәнекәев, Е.А.Нурғәлиева, А.В.Чижиков) өйрәнелә. 90‑сы йй. башлап гипоксия ваҡытында мейенең ҡан тамырҙарында һәм күҙҙең селтәрле шекәрәһендә нормаль һәм аллергик реактивлыҡ шарттарында ҡандың микроциркуляцияһының ҡаҡшауы тикшерелә (Л.П. Иҙрисова, В.Н.Павлов, Е.Ю.Халиҡова, Р.Р.Әхмәҙиев), ағыуланыуҙың, ш. иҫ. алкоголь комаһы булғанда, патофизиологик механизмдары өйрәнелә (Г.А. Байбурина, Л.Т.Иҙрисова, В.А. Мышкин, Э.Н.Хисамов).

Хайуандар П.ф. Хайуандарҙың П.ф. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта алып барыла: 20 б. 60‑сы йй. алып һыйыр малында матдәләр алмашыныуы, ш. иҫ. холестерин боҙолоуы (В.С.Калмыков), 1973 й. башлап көйшәүсе малда аш һеңдереү процестары патологияһы (В.Н.Поляков) өйрәнелә. 1993—2004 йй. ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары патологияһы үҫешенә күкрәк ауыҙы нервы төйөндәренең өҫтөнлөклө йоғонтоһо (В.Н. Байматов), а.х. малдары экологик насар хәлдәрҙә ҡалғанда, ағыуланғанда, бауырҙарында функциональ үҙгәрештәр күҙәтелгәндә организмдың морфофункциональ торошона ҡуҙғытҡыстар йоғонтоһо (Байматов, Е.С. Волкова) тикшерелә. Бауыр, ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау өсөн темехин, эраконд препараттарын, прополисты һ.б. биологик актив матдәләрҙе ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә.

Әҙәб.: Б а й м а т о в В.Н., И с м а г и л о в а Э.Р. Регуляция обмена веществ у животных в норме и патологии. Уфа, 2000; Е н и к е е в Д.А. Патофизиология сосудистых катастроф. Уфа, 2005; ш у л у ҡ. Патофизиология экстремальных и терминальных состояний. Уфа, 2005.

Д.Ә.Йәнекәев, У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика