ПАТОЛОГИК АНАТОМИЯ, п а т о м о р ф о л о г и я, морфологик, башлыса микроскопик тикшереү ысулдары ярҙамында кеше һәм хайуандар организмының күҙәнәктәрендә һәм туҡымаларында барған ауырыуҙарҙы һәм патологик процестарҙы өйрәнгән фән.

Кеше П.а. Республикала П.а. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) профилле каф. ойоштороуға бәйле үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр һауа эмболияһы, эске ағзалар амилоидозы, яман шештәр булғанда организмдағы дөйөм патологик процестарҙы, патоморфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеү м‑н бәйле (З.И. Моргенштерн, Л.Н.Попов, Н.И. Чурбанов). 40‑сы йй. В.А.Жухин етәкс. бруцеллёз патоморфогенезы, утлы ҡоралдан алынған, сепсис м‑н ҡатмарланған йәрәхәт, алиментар дистрофия булғанда аш һеңдереү ағзалары (А.И. Копылова), бөйөр ауырыуҙары (Н.А.Кузнецова), пиодермия (М.А.Семёнова) булғанда аргентофиль матдә, сабый балаларҙа аш һеңдереү ағзалары боҙолғанда ретикул‑эндотелий системаһы (А.И. Пандикова) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, ағза һәм туҡымаларҙың нормаль һәм патологик морфологияһына антибиотиктар тәьҫире өйрәнелә, микроскопик тикшеренеүҙәр өсөн туҡымаларҙы көмөш тоҙ м‑н импрегнациялау ысулдары эшләнә. 50‑се йй. БДМИ, Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) һәм СССР ФА БФ (ҡара: Фәндәр академияһы) ғалимдары тарафынан һөнәри ауырыуҙар булғанда һәм сәнәғәт ағыуҙары м‑н хроник ағыуланғанда организмдағы патоморфологик үҙгәрештәр тикшерелә (Л.В. Буевич, Т.С.Һөнәрғолов һ.б.); 70‑се йй. уртаһынан А.Ф.Вәлиәхмәтов етәкс. нефть һәм нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте продукттары — каталитик крекинг бензины (Ф.Х.Шәйәхмәтов), диметилсульфид һәм диметилсульфоксид (Л.Б.Кәлимуллина), синтетик этил спирты һәм юғары баҫымлы полиэтилен (Э.Т.Әхмәтова), крекинггаз (В.Г.Гилёв), метилизобутилкетон (Р.М. Ғөбәйҙуллин), бромлы этил (А.А.Ғизәтуллина), изопропилбензол (Г.З.Бәхтизина) — тәьҫир иткәндә ағзалар һәм туҡымалар патоморфологияһы өйрәнелә; киҫкен эксперименталь эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлегенең (Х.С.Сәләхов), ҡыҙыл үңәс рагының (С.В.Байдуков), хроник пиелонефриттың (М.В.Айыуханов) П.а. тикшерелә. 2000 й. алып БДМУ‑ла Т.И.Мостафин етәкс. ҡорһаҡ ҡыуышлығы (Д.С.Куклин, И.А. Шәрифғәлиев) һәм ҡорһаҡ арты арауығы (А.К.Имаева) ағзаларында булған эренле‑шешеү ауырыуҙарының, ревматик этиологиялы йөрәк етешһеҙлектәренең (А.В.Двинских), диабетик аяҡ башының (Г.Д.Дивеева) клиник‑морфол. аспекттары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, патологоанатомик тикшеренеүҙәр, ш. иҫ. аутопсия (Р.Р.Хәсәнов), ысулдары һ.б. камиллаштырыла.

Хайуандар П.а. Ветеринарияла патологоанатомик тикшеренеүҙәр 1947 й. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) профилле каф. асылғандан һуң башлана. Л.Н.Судзиловский етәкс. йылҡының инфекцион анемияһы, һарыҡтарҙың аспергиллотоксикозы, хайуандарҙың ағыуланыу патоморфологияһы, 1971—2001 йй. У.Ғ.Ҡадиров етәкс. һарыҡтарҙың һәм кәзәләрҙең йоғошло пустулёз дерматиты, сәсәге, сусҡалар гастроэнтериты патоморфологияһы; 90‑сы йй. башлап нервы системаһы (Ғ.Р.Шакирова), һөйәк туҡымаһы (Ф.Ә.Кәримов) патологияһы, гельминтоздар (Р.Ғ.Фазлыев) булғанда гистологик һәм ультраструктур үҙгәрештәр, сусҡа дизентерияһы патогенезы (А.И.Иванов); 2001 й. алып Е.Н.Сковородин етәкс. енси система ағзалары (А.А.Менькова, Р.Ю.Хохлов), ш. иҫ. гинекологик ауырыуҙар (Н.В.Гребенькова), патоморфологияһы өйрәнелә.

У.Ғ.Ҡадиров, Т.И.Мостафин, Е.Н.Сковородин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика