ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең паразиттар тыуҙырған ауырыуҙар төркөмө.

Кешенең П.а. Медицинала П.а. иң ябайҙар (протозойлылар йәки протозооздар), гельминттар (гельминтоздар), ш. уҡ быуынтығаяҡлылар (энтомоздар һәм акароздар) тыуҙырған ауырыуҙар инә. Тыуҙырыусының ауырыу таратыу ысулына ҡарап аҙыҡ (алиментар), бәйләнеш, һауа‑саң аша күскән һәм трансмиссив П.а. айырыла. Башҡортостанда протозойлы ауырыуҙар араһында лямблиоз, токсо‑плазмоз, трихомоноз; гельминтоздар араһында — аскаридоз, гименолепидоз, дифиллоботриоз, описторхоз, тениаринхоз, тениоз, токсокароз, трихинеллёз, трихоцефалёз, энтеробиоз, эхинококкоз; быуынтығаяҡлылар тыуҙырған ауырыуҙар араһында педикулёз, ҡысынма теркәлгән. Күпселек П.а. үҙенсәлеге — уларҙың хроник булыуы һәм клиник билдәләренең үҙенсәлеклеге аҙ булыуы (организмдың астенияға, аллергияға бирешеүсәнлеге, балаларҙа — физик һәм психик үҫеш тотҡарланыуы). Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, лаб. (паразиттарҙы материалда асыҡлау, махсус мөхиттәрҙә йәки лаб. хайуандарҙа үрсетеү), иммунологик һәм инструменталь (рентгенография, ультратауыш м‑н тикшереү, компьютер, магнит‑резонанс томографияһы һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антгельминтиктар, протозойға ҡаршы, десен‑сибилирлаусы, дезинтоксикациялаусы һ.б. дарыуҙар), хирургик һ.б. Иҫкәртеү: тирәяҡ мөхитте санитар һаҡлау, һыу м‑н тәьмин итеүгә һәм туҡланыу продукттарына системалы рәүештә санитар контроль булдырыу, ауырыу таратыусылар м‑н көрәш, химик профилактика ойоштороу, халыҡ араһында санитар‑ағартыу эше алып барыу һ.б. БР‑ҙа кешенең П.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары Медицина университетында өйрәнелә.

Хайуандарҙың П.а. Ветеринарияла П.а. гельминтоздар (нематодалар, трематодтар, цестодалар һәм сусҡа селәүсендәре тыуҙырған ауырыуҙар), протозооздар (ҡамсылылар класына ҡараған патоген иң ябайҙар, инфузориялар, микроспоридиялар, пироплазмидалар, споровиктар һ.б. тыуҙырған ауырыуҙар) һәм арахноэнтомоздар (талпандар һәм бөжәктәр тыуҙырған ауырыуҙар) инә. Башҡортостанда гельминтоздар араһында аскаридоз, дикроцелиоз, мониезиоз, тын алыу һәм аш һеңдереү ағзалары стронгилятоздары, телязиоз, фасциолёз, эхинококкоз; протозооздар араһында — пироплазмидоздар, эймериоздар; арахноэнтомоздар араһында — гастрофиллёздар, псороптоздар, саркоптоздар, эстроздар; гельминтозооантропоноздар араһында дифиллоботриоз, описторхоз, токсокароз, трихинеллёз, эхинококкоз таралған. Балыҡтарҙың П.а. аргулёз, ботриоцефалёз, дактилогироз, дипилидиоз, ихтиофтириоз, лигулёз һ.б. (паразит хайуандар тыуҙырған ауырыуҙар) инә. П.а. иҫкәртеү: үҙ ваҡытында диагностикалау һәм дауалау, малсылыҡ продукттарын етештергән, эшкәрткән, һаҡлаған һәм һатҡан ваҡытта санитария‑гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. БР‑ҙа эхинококкоз күбеһенсә Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндарында, трихинеллёз — Күгәрсен (паразит йөрөтөүсе — һоро айыу), Благовар, Бүздәк, Илеш, Туймазы, Шишмә р‑ндарында (бурһыҡ); фасциолёз Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Мишкә, Яңауыл р‑ндарында таралған. БР‑ҙа һыйыр малында П.а. 2005 й. — 40060, 2006 — 31591, 2007 — 28053 осраҡ теркәлгән, ваҡ малда ярашлы рәүештә — 776, 2069, 1607, йылҡы малында — 543, 359, 330, сусҡала — 8047, 6901, 6998 осраҡ. Хайуандарҙың П.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Ауыл хужалығы институтында, Башҡорт дәүләт университетында, лаб. диагностика Ветеринария лабораторияһында алып барыла.

Үҫемлектәрҙең П.а. актиномицеттар, бактериялар, бәшмәктәр, вирустар, микоплазмалар, нематодалар, талпандар һ.б. м‑н зарарланғанда барлыҡҡа килә. Респ. үҫемлектәрҙең П.а. араһында гельминтоспориоз, гетеродероз, торон, йоғолма тейеү, ринхоспориоз, септориоз, склеротиниоз, энтомоздар һ.б. осрай. Үҫемлектәрҙең П.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү өлкәһендә фәнни тикшереүҙәр БДАУ‑ҙа, БДУ‑ла, БНИИСХ‑ла, Урман тәжрибә станцияһында алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Паразитология.

Д.Ә.Вәлишин, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

Яндекс.Метрика