АСАН ҠАЙҒЫ, Асан ата (15 б.), йырау. Уның тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Фаразланыуынса, Алтын Урҙа ханы Оло Мөхәммәт идара иткән осорҙа йәшәгән. “Әмәт улы Айса” эпосының ҡаҙаҡ версияһы мәғлүмәттәре буйынса, А.Ҡ. Уралда, Ағиҙел й. буйында йәшәгән. Ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре фекеренсә, А.Ҡ. — 15—16 бб. Нуғай Урҙаһы составында булған төрки халыҡтары йырауы. 20 б. башында башҡ. фольклорын йыйыусылар авторы А.Ҡ. тип билдәләнгән 20‑нән ашыу әҫәр яҙып ала. “Асан ата йыры” ҡобайыры Ҡазанда төрки телендә “Тәуарих хәмсә” (“Биш тарих”; 1911) китабында баҫыла. Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һәм башҡ. фольклор текстарының сағыштырма анализы нигеҙендә А.Ҡ. “Иҙел — ер”, “Ил ҡәҙере — ир ҡәҙере” ҡобайырҙары авторы тип фараз ителә.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке