ПАНДИКОВ Геннадий Александрович (12.5.1899, Ҡазан губ. Усолка а. — 10.6.1961, Омск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1957), профессор. РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). Омск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) шунда уҡ эшләй: 1932—36 йй. уҡытыу‑ғилми бүлек дир. урынбаҫары, 1934 й. һәм 1951 й. алып факультет һәм госпиталь терапияһы каф. мөдире. 1940—51 йй. БДМИ‑ла: факультет терапияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1947 й. тиклем директор. Фәнни эшмәкәрлеге бруцеллёз клиникаһын өйрәнеүгә һәм дауалауға, эске ауырыуҙар һәм хәрби йәрәхәтләнеү проблемаларына арналған. Респ. терр‑яһында эвакуация госпиталдәре ойоштороуға өлөш индерә. 32 фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Х е ҙ м.: О терапии бруцеллёза. Омск, 1939.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.