СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 198 кеше; 1920 — 245; 1939 — 241; 1959 — 238; 1989 — 159; 2002 — 140 кеше. Сыуаштар йәшәй. Халҡы “Башҡортостан төҙөлөш компанияһы” ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға, фаразланыуынса, 19 б. уртаһында керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Олҡан а. (хәҙ. Татар‑Олҡан а.) сыуаштары Олҡан исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 15 йортта 93 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) министрлыҡ мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика