СЫТЫРМАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Байман й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 738 кеше, 1920 – 690; 1939 – 457; 1959 – 417; 1989 – 234; 2002 – 215; 2010 – 188 кеше. Удмурттар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман‑Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы удмурттар нигеҙ һала, 1627 й. алып билдәле. 1795 й. 133 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 62 йортта – 396 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. Р.Ш.Нәсибуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика