СЫҢҒЫҘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Күсәбә й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 420 кеше; 1920 – 664; 1939 – 336; 1959 – 393; 1989 – 532; 2002 – 578; 2010 – 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Х.Ф.Әхмәтов музейы, мәсет бар.

Ауылға 17 б. башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары Монаш исеме м‑н (“монаш” этнонимынан, ҡара: Бөрйән) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 18 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә (бөрйән ырыуының сыңғыҙ аймағынан; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Аҙнабай, Билал, Тәүәбил Сыңғыҙовтар билдәле). 1795 й. 65 йортта 321 кеше йәшәгән, 1866 й. С. (Сығыҙ, Монаш) 88 йортта – 427 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Р.Туйсина, Ә.З.Әсфәндиәров, Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика