АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы [6.5.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡамышлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.3.2001, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Шишмә р‑нының Ленин ис. к‑зында баш агроном булып эшләй; 1964 й. алып “Луч” к‑зының баш агрономы, 1965 й. — рәйесе. 1993—95 йй. РФ Дәүләт думаһы депутаты. А. етәкс. 70‑се йй. хужалыҡ иҫәбе һәм хужалыҡ эсендәге махсуслашыу индерелә. Хужалыҡта һөт етештереү — 2,3 тапҡырға, ит — 2,7; иген — 1,6, шәкәр сөгөлдөрө 3,7 тапҡырға (1964—74) арта; һыйыр ите етештереү б‑са хужалыҡ‑ара һимертеү комплексында йәш малдың уртаса тәүлек артымы 760—970 г тәшкил итә (1981—90). Ленин (1990), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке