СЫЙРЫШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 10 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1295 кеше; 1920 — 1603; 1939 — 1251; 1959 — 1324; 1989 — 578; 2002 — 601 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы «“Алға” Колхозы» АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1730 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Сыйрыш, Сырызбаш исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. 164 йортта 910 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.Ғ.Вәлитова, Ҡ.Н.Йосопов, М.З.Йосопов, Р.С.Йосопов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика