СЫБЫҠАРАН, Үрге Сыбыҡаран, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Глуховская т. юл ст. К.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 152 кеше; 1959 — 168; 1989 — 167; 2002 — 161 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Шаровка а. кешеләре (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1906—07 йй. Харьков губ. килгән күскенселәр) ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 19 йорт иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика