СЫБАРЪЯҘ, Өфө р‑нындағы ауыл, Черкассы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Черниковск т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 535; 1939 – 532; 1959 – 265; 1989 – 173; 2002 – 212; 2010 – 216 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1884 й. Өфө өйәҙендә ер биләүселәр Тромпет һәм Калентьевтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһы күскенселәре яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 50 йортта 325 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй булған. 20‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.