СЫБАҠАЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 304 кеше; 1959 – 278; 1989 – 222; 2002 – 229; 2010 – 250 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Балтика урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Сабаҡай ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Сауаҙы исеме м‑н билдәле. 1925 й. 14 йорт теркәлгән. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика